Яңы идеялар менән рухланып ҡайттыҡ Быйыл май айында Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Сарала илдең төрлө төбәктәренән 650-нән ашыу кеше ҡатнашты. Уҡытыусылар мәктәптәрҙә Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын уҡытыу, тарихи-мәҙәни мираҫ аша тыуған телде һаҡлау һәм пропагандалау, туған тел дәрестәренең бәҫен күтәреү, камиллаштырыу, уҡытыуҙағы проблемалар тураһында уртаға һалып һөйләште, фекер алышты. Съезд эшендә Тәтешле районындағы Ғ. Соҡорой исемендәге гимназия директоры Зилә Ғүмәрова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Ғилемйәнова ла ҡатнашты. Съездан бай тәьҫораттар алып, яңы идеялар менән рухланып ҡайтҡан педагогтар, йәнә тыуған мәктәбенә ҡайтып, уҡыусылар менән пландарҙы тормошҡа ашырыуға тотондо. Руфина Ләбиб ҡыҙы әйтеүенсә, туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен киңерәк йәйелдереү буйынса эште артабан дауам итеп, рухи байлығыбыҙҙы заман мәғлүмәт-коммуникация технологияларында, интернет киңлектәрендә даими ҡулланыу, уның тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә донъяла билдәлелек алыуына булышлыҡ итер ине. “Телде белеү, өйрәнеү һәм һаҡлау тап ғаиләнән, уға хөрмәттән, башҡортса матбуғат баҫмаларын, китаптарын алдырыуҙан башлана икәнлеген тәрбиә эшендә оноторға ярамай. Үҙ телендә бер һүҙ белмәгән балаларҙың мәктәпкә килеүе сер түгел, уларҙың тел байлығына ҡыҙыҡһыныуын уятыу, ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн ҙур көс һалырға тура килә”, – ти тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Руфина Ләбиб ҡыҙы тәүге осорҙа район мәғәриф бүлегендә методист булараҡ ойоштороу эштәрен башҡара. Гимназияла эшләүенә лә 23 йыл булып киткән. – Белем биреүҙә барған яҡшы үҙгәрештәрҙе күреп, күңел шатлана. Уҡыу шарттары яҡшырыу менән яңы сифатлы дәреслектәр, эш дәфтәрҙәре, техник саралар барлыҡҡа килә. Уҡыусыларыбыҙ өсөн башҡорт халыҡ милли кейемдәре тектереү ҙә һәйбәт ғәмәл булды. Уҡыу йылы тамамланыу менән мәктәптә йәйге лагерь ойоштороп, улар менән шөғөлләнеүҙе, тыуған яҡты өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Ҡул эштәрен үҙләштереү, бәйләү, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар эшләү балаларға бик оҡшай. Дүртөйлө, Нефтекама ҡалаларына ойошторолған тыуған яҡты өйрәнеү сәйәхәттәре уларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырғандыр, тип уйлайым. Бындай йәйге сәйәхәттәргә сығыу өсөн мәктәп автобус бирә, ашнаҡсылар паектар әҙерләй. Шуға күрә ошондай мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы саралар үткәрелгән, өр-яңы тәьҫораттар тыуҙырған лагерҙа ял итергә теләүселәр ҙә күп. Ыңғай үҙгәрештәр еле уҡыу-уҡытыу сифатына ғына түгел, телдәрҙе төплөрәк өйрәнеүгә лә йоғонто яһаны. Беҙҙә рус, башҡорт, татар, удмурт телдәре уҡытыла. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ I-XI кластарҙа өйрәнелә, быға уҡыусыларҙың 100 проценты йәлеп ителгән. Мин район мәғариф бүлегендә методист булып эшләгән осорҙа башҡорт телен мәктәптәргә индереү барышында ҡаршылыҡтар булғанын йәшермәйем. Был ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиғаның башында торорға, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барырға, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү буйынса байтаҡ тырышлыҡ һалырға тура килде. Хәҙер бындай проблемалар юҡ, ата-әсәләр, киреһенсә, балаһының үҙ халҡының мәҙәниәтен, йолаларын, тарихын, туған телен өйрәнеүгә ынтылышын хуплай ғына, сөнки быларҙың барыһы ла уҡыусыға шәхес булараҡ үҫешергә ярҙам итә. Гимназияла асылған һәм уңышлы эшләп килгән “Ҡурай” ансамбле менән сикһеҙ ғорурланам, хатта ошо түңәрәктә шөғөлләнеп, ҡурайсы булыуҙы профессия итеп алған уҡыусыларыбыҙ бар. Ҡыҙҙарҙы думбырала уйнарға өйрәтеү өсөн Өфө ҡалаһынан белгестәр саҡырыуыбыҙ ҙа бушҡа булманы. “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса призға лайыҡ булыуыбыҙ гимназия өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ булды. Башҡортостанда донъя халыҡтары әкиәттәрен туған телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы уҙғарылыуы туған телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыуҙа тағы ла бер уңышлы аҙым. Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙ һәм малайҙар бәйгенең район этабында ихласлыҡ менән көс һынашты. Донъя халыҡтары әкиәттәрен өйрәнеү, тасуири уҡыу халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусыларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Был конкурста ҡатнашырға теләгән балаларҙың ихласлығы, әүҙемлеге хайран ҡалдыра. Гимназияла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының эшләүе дәрес үткәргәндә һәм кластан тыш саралар ойошторғанда ҙур ярҙамсы. Уны байытыу һәм һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, – тине туған тел байлыҡтарын йәш быуынға еткереү, әҙәбиәткә ихтирам тыуҙырыу өҫтөндә йылдар буйы эшләгән уҡытыусы Руфина Ләбиб ҡыҙы. Тәтешле районының әҙәбиәт һөйөүселәрҙе берләштереүсе үҙенә генә хас йөкмәткеле фестиваль –конкурстары булыуын да беләбеҙ. Шуларҙың береһе – “Күрҙем шишмәләре” конкурсы. Ул 2007 йылдан алып үткәрелә, ә 2017 йылдан асыҡ конкурсҡа әүерелеп, йыл һайын сараның географияһын киңәйтә бара. Конкурс республиканың төрлө райондарындағы шиғриәт һөйөүселәрҙе үҙенә тарта, хатта Татарстан республикаһынан, Пермь крайынан, Мәләүез, Октябрьский, Сибай, Өфө, Салауат, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларынан һәм күп кенә райондарҙан килгән ҡунаҡтар күп. Былтырғы конкурста ҡатнашыусының иң йәшенә –ете, ә иң олоһона 85 йәш ине, тип хәтерләй конкурсты ойоштороусылар. Талантлы шағирҙар менән бергә ҡәләм тибрәтә генә башлаған йәштәрҙең шиғриәте менән танышыу, һәләтлеләрҙе асыҡлау һәм уларға юл биреү, ярҙам итеү – шиғри бәйгенең төп мөҡәддәс маҡсаты. Ошо эштәрҙең эсендә ҡайнап йәшәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Альбина Һиммәт ҡыҙы Әүхәҙиева, Рәмилә Әдип ҡыҙы Хәмиҙуллина һәм Зилә Фәрит ҡыҙы Нурихановаларҙың тырышлығы, ихласлығы һәм балаларға ҡарата оло һөйөүе һөҙөмтәһендә тыуа ла инде туған телгә һәм илгә сикһеҙ мөхәббәт. Быға тиклем Тәтешленең 1-се урта мәктәбе исемен йөрөткән уҡыу йортон Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән билдәле ғалим, мәғрифәтсе һәм шағир Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияға әүерелдереү осраҡлы хәл түгел. Йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының 80 процентының юғары уҡыу йорттарына инеүе – үҙе оло ҡаҙаныш, коллектив хеҙмәтенең фиҙакәрлек емеше. Был статусҡа эйә булыу менән өҫтәмә белем алыу, дәрестән тыш эшмәкәрлек өсөн мөмкинлектәр артасаҡ, гуманитар профиль буйынса факультативтар өҫтәләсәк, олимпиадаларға әҙерләнеү, ғилми-тикшеренеү эштәре конкурстарында ҡатнашыу өсөн дәрт тә, дарман да уянасаҡ. Өфөлә, Башҡорт теле һәм Ватан Геройҙары көндәренә арнап, беренсе тапҡыр үткәрелгән “Йәш шайморатовсылар балы”нда ҡатнашыу бәхетенә 9в класы уҡыусылары ирешкән. Гөлшат Шәйехованың III дәрәжә “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһенә лайыҡ булыуына бөтә Үрге Тәтешле һөйөнгәндер. Гимназияның төп маҡсаты балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү булһа, уҡыусыларҙың бурысы – тыуған төйәк, ил тарыхын тәрән өйрәнеү, телде һәм әҙәбиәтте яҡшы белеү. Уҡыусылар республика кимәлендә төрлө предметтар буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып, физкультура, тарих, әҙәбиәт, технологиялар буйынса призлы урындар яулаған. –“Беренселәр хәрәкәте” ойошторған “Тарих йылъяҙмаһын бергәләп яҙабыҙ” проекты конкурсында ҡатнашып, беҙ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын камилләштереүгә грант оттоҡ. Һис һүҙһеҙ, юғары гимназия статусын алыу бик дәрәжәле һәм яуаплы ваҡиға булды, – ти Ғәли Соҡорой исемендәге гимназия директоры Зилә Борхан ҡыҙы Ғүмәрова. 1937 йылда нигеҙ һалынған мәктәптең бөгөнгөһө тағы ла яҡтыраҡ, барыбыҙҙы ла алға әйҙәп йәшәткән өмөт уты тағы ла ялҡынлыраҡ. Халҡыбыҙҙың рухи байлығын, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен туплаған тел хазинаһын, үткән менән киләсәкте тоташтырған тарихыбыҙҙы, тыуған илдең намыҫын һаҡлауҙан да ҙурыраҡ бурыс булмауын балаларҙың кескәй йөрәктәренә һала белгән тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы профессияһынан да бөйөгөрәк һөнәр булыуы мөмкин дә түгелдер. Уҡытыусы хеҙмәтенең осо-ҡырыйы юҡ... Абруйлы статустың дәрәжәһен лайыҡлы тотоп, яуаплылыҡ менән эштәрен дауам иткән гимназияның тағы ла сағыуыраҡ еңеүҙәре алда әле. Динә Арыҫланова. Тәтешле районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Руфина Ләбиб ҡыҙы 23 йылдан ашыу ошо тылсымлы таҡта янында. Рәмилә Хәмиҙуллина һәм Зилә Нурихановаларҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе күп. Ғәли Соҡорой исемендәге гимназия юғары статусы менән ғорурлана
Яңы идеялар менән рухланып ҡайттыҡ Быйыл май айында Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Сарала илдең төрлө төбәктәренән 650-нән ашыу кеше ҡатнашты. Уҡытыусылар мәктәптәрҙә Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын уҡытыу, тарихи-мәҙәни мираҫ аша тыуған телде һаҡлау һәм пропагандалау, туған тел дәрестәренең бәҫен күтәреү, камиллаштырыу, уҡытыуҙағы проблемалар тураһында уртаға һалып һөйләште, фекер алышты. Съезд эшендә Тәтешле районындағы Ғ. Соҡорой исемендәге гимназия директоры Зилә Ғүмәрова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Ғилемйәнова ла ҡатнашты. Съездан бай тәьҫораттар алып, яңы идеялар менән рухланып ҡайтҡан педагогтар, йәнә тыуған мәктәбенә ҡайтып, уҡыусылар менән пландарҙы тормошҡа ашырыуға тотондо. Руфина Ләбиб ҡыҙы әйтеүенсә, туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен киңерәк йәйелдереү буйынса эште артабан дауам итеп, рухи байлығыбыҙҙы заман мәғлүмәт-коммуникация технологияларында, интернет киңлектәрендә даими ҡулланыу, уның тағы ла ҙурыраҡ к