Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ун икеһе лә үҙебеҙҙеке”, ти атай менән әсәй

Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән Елена һәм Юрий Кондратьевтар 2005 йылда тәү тапҡыр хәстәрлеккә мохтаж баланы тәрбиәгә ала. Шунан алып улар 12 балаға атай-әсәй була – бишеһе үҙҙәренеке, ә етеһен Ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгенән алалар. Бөгөн үҙ балалары үҫеп аяҡҡа баҫҡан инде. Алевтина һәм Элеонора педагог профессияһын һайланы һәм үҙҙәрен балалар тәрбиәләүгә арнаны. Станислав сауҙа селтәрендә эшләй, Ангелина һөнәри белем ала, Вячеслав сығарылыш имтихандарына әҙерләнә. Тәрбиәгә алынған балалар ҙа һөнәр алып, үҙ аллы йәшәргә өйрәнә. Кирилл электрик булып эшләй, Елена балалар уҡыта. Дмитрий, Дина һәм Карина хәҙер айырым йәшәйҙәр. Кондратьевтар йортонда Диана һәм Эдуард ҡына ҡалған. Сәләмәтлектәрендә проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, улар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, яҡшы уҡырға, һәләттәрен асырға тырыша. Диана һүрәт төшөрөү, спорт менән мауыға, Эдуард мәктәп сараларында һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Ата-әсә ғаилә йылыһы биреүҙән тыш, уларҙы көслө, ярҙамсыл, йомарт итеп үҫтерергә, башҡаларҙы хөрмәт

Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән Елена һәм Юрий Кондратьевтар 2005 йылда тәү тапҡыр хәстәрлеккә мохтаж баланы тәрбиәгә ала. Шунан алып улар 12 балаға атай-әсәй була – бишеһе үҙҙәренеке, ә етеһен Ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгенән алалар. Бөгөн үҙ балалары үҫеп аяҡҡа баҫҡан инде. Алевтина һәм Элеонора педагог профессияһын һайланы һәм үҙҙәрен балалар тәрбиәләүгә арнаны. Станислав сауҙа селтәрендә эшләй, Ангелина һөнәри белем ала, Вячеслав сығарылыш имтихандарына әҙерләнә. Тәрбиәгә алынған балалар ҙа һөнәр алып, үҙ аллы йәшәргә өйрәнә. Кирилл электрик булып эшләй, Елена балалар уҡыта. Дмитрий, Дина һәм Карина хәҙер айырым йәшәйҙәр. Кондратьевтар йортонда Диана һәм Эдуард ҡына ҡалған. Сәләмәтлектәрендә проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, улар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, яҡшы уҡырға, һәләттәрен асырға тырыша. Диана һүрәт төшөрөү, спорт менән мауыға, Эдуард мәктәп сараларында һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Ата-әсә ғаилә йылыһы биреүҙән тыш, уларҙы көслө, ярҙамсыл, йомарт итеп үҫтерергә, башҡаларҙы хөрмәт итергә , тормош ҡәҙерен белергә лә өйрәтә. Ғаилә бергәләп байрамдарҙы билдәләй, тыуған көндәрҙе үткәрә, таралышҡан балалары менән дә бәйләнештә. Уларҙың өлгөһө күптәрҙе рухландырырлыҡ, изге күңелле, маҡсатҡа ынтылышлы балалар тәрбиәләү ата-әсә өсөн бурыс ҡына түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса һайлап алынған юл. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.