Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәрминкәлә ҡатнашыусылар күбәйә

Киләһе аҙнаға Өфө ҙур мәҙәни сара үҙәгенә әйләнә – 30 майҙа III “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе башлана. Ул 1 июнгә тиклем дауам итә. Унан күп тә үтмәй, 5–8 июндә “Әйҙә уйнарға” фестивале баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр ойошторола. Ике форум да баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында уҙа. Улар, мәғлүм булыуынса, БР етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторола башланы. Күләмле сараларға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеү өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова журналистар менән осрашты. Матбуғат конференцияһында шулай уҡ БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Милли китапхана директоры Айгөл Әминева, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы вәкиле Ольга Трофимова, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова ҡатнашты. Китап байрамында ҡатнашырға теләүселәр быйыл башҡа йылдарҙағына ҡарағанда ла күберәк. Был Башҡортостанда ойошторолған йәрминкәнең популярлығы

Киләһе аҙнаға Өфө ҙур мәҙәни сара үҙәгенә әйләнә – 30 майҙа III “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе башлана. Ул 1 июнгә тиклем дауам итә. Унан күп тә үтмәй, 5–8 июндә “Әйҙә уйнарға” фестивале баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр ойошторола. Ике форум да баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында уҙа. Улар, мәғлүм булыуынса, БР етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторола башланы. Күләмле сараларға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеү өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова журналистар менән осрашты. Матбуғат конференцияһында шулай уҡ БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Милли китапхана директоры Айгөл Әминева, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы вәкиле Ольга Трофимова, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова ҡатнашты. Китап байрамында ҡатнашырға теләүселәр быйыл башҡа йылдарҙағына ҡарағанда ла күберәк. Был Башҡортостанда ойошторолған йәрминкәнең популярлығы үҫә барыуын һөйләй. III форумға 270-тән ашыу нәшриәт һәм китап магазины килә. Улар – Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм дүрт сит илдән. – Китап сәнәғәте өлкәһендә эшләгән ҙур ойошмалар Өфөлә йыйыла, – тине Әминә Ивний ҡыҙы. – Китап уҡыуҙы популярлаштырыу, баҫмаларҙы һаҡлау һәм таратыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Министр әйтеүенсә, РФ Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский яҙыусылар менән осраша, ә илебеҙҙең абруйлы китапханалары кәңәшмәгә йыйыласаҡ. Китап нәшерселәре ассоциацияһы милли әҙәбиәттәр конкурсы үткәреү тәҡдиме менән сыҡҡан. Китап таратыу, һатыу буйынса түңәрәк өҫтәл дә ойошторола. Әйткәндәй, алда атап кителгән БР Милли китапханаһында уҙғарылған “Библиоальянс: хеҙмәттәшлектең яңы моделдәре” тип аталған ҙур кәңәшмәлә Рәсәйҙең төбәк китапханалары етәкселәре ҡатнаша. Китап сәнәғәте өлкәһендәге бындай күләмле сараны Башҡортостан беренсегә ҡабул итә. Китап байрамының һәр көнө айырым темаға бағышлана. Мәҫәлән, беренсе көн Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала һәм “Батырлыҡ тураһында һүҙ” тип атала. Икенсе көн – “Мәңгелек тураһында һүҙ”. Бында классик һәм академик әҙәбиәткә төп иғтибар бирелә. Өсөнсө көн 1 июнгә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тура килә, шуға ла был тема үҙәккә ҡуйыла. Ул көн “Киләсәк тураһында һүҙ” тип атала. Балалар яҙыусылары менән осрашыуҙар, кескәй таланттарҙың сығыштары көтөлә. Рәүилә Ғатауллина. Ләйсән Минниханова фотолары.