🌧️🌧️🌧️ Бөрйәндә ҡойоп ямғыр яуа Май ямғыры яуа - шифаға, Тамсылары йыуа ғаләмде. Ямғыр менән бәрәкәт яуа, Ер шатлана сабый шикелле. Йәшел үлән ҡалҡа урамда, Йәшеллеккә сумған урман да. Оҙон йоҡоһонан уянып, Бар тирә -яҡ ята ирәйеп. Май ямғыры яуа -бәхеткә, Тамсылары тама "тып "та "тып ". Ул тамсылар бөтә донъяға Йөрөй аҡ бәхеттәр таратып. К. Сөләймәнова