Ғаиләләрен ауылдарында ҡалдырып ситтә эшләп йөрөгән замандаштарыбыҙ аҙ түгел. Бының төп сәбәбе – ауылдарҙағы эшһеҙлек.Әбйәлил районында яңы предприятие асылыуы урындағы халыҡҡа эшһеҙлек мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙам итәсәк.Компания тау-байыҡтырыу комбинатында яҡынса 1500 урын булдырырға планлаштыра һәм кәмендә 90 процент хеҙмәткәрҙәрҙе Әбйәлил районынан алыу ниәтләнә. Тау-байыҡтырыу комбинатында эшләргә теләүселәрҙе тау һөнәрҙәренә уҡытырға әҙер булыу ҙа урындағы халыҡ өсөн файҙаға.“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев та ошо турала белдерҙе:– Комбинат асылмаған, беҙ әленән үк урындағы егеттәрҙе юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн йыябыҙ. Иң беренсе, беҙ үҙебеҙгә белгестәр булдырырға теләйбеҙ.Беҙҙең комбинат ауылдарҙың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеп кенә ҡалмаясаҡ, уларҙы тергеҙергә лә булышлыҡ итәсәк. Яңы тау-байыҡтырыу комбинаты барлыҡҡа килеүе, яңы эш урындарын асасаҡ. Заманса предприятиела эш булһа, йәштәр ҙә ҡайтасаҡ. Был уларға тыуған ерҙәрендә ҡалырға һәм йәнтөйәктәренең үҫешенә өлөш индерергә ярҙам итәсәк, – тине ул.Тау-байыҡтырыу комбинаты иҫәбенә иҡтисадтың башҡа тармаҡтары ла үҫешәсәк. Был иһә урында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн этәргес бирәсәк. Томинск тау байыҡтырыу комбинаты буйынса ла был йәһәттән миҫалдар килтерергә мөмкин. Силәбеләр тәүҙә төҙөлөшкә ҡаршы булһалар ҙа, аҙаҡ тәүгеләрҙән булып эшкә киләләр. 2023 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, предприятиела 1336 кеше эшләгән, тағы ла 1200-е подрядсы ойошмаларҙа хеҙмәт иткән. Уларҙың 280-е вахта юлы менән эшләүселәр, ҡалғандары яҡындағы биләмә халҡы – Силәбе, Коркино, Копейск, Еманжелинсктыҡылар. Буласаҡ комбинатта эш өсөн кәрәкле булған яңы оҫталыҡтарҙы үҙләштереүгә, ҡабаттан уҡытыуға компания барлыҡ шарттар булдырырға әҙер.
Халыҡ был йәһәттән ниндәй файҙа күрер?