🎂Башҡортостандан кондитер Һомай торты өсөн Донъя чемпионатында бронза миҙал яулаған
Стәрлетамаҡтан Елена Крылова кондитер декоратив сәнғәте буйынса Донъя чемпионатында өсөнсө урынды алған. Ул "Урал батыр" эпосы мотивтары буйынса ике метрлыҡ десерт әҙерләгән.
"Мине Ҡояш менән Самрауҙың ҡыҙы Һомай тураһында легенда илаһамландырҙы", - ти Елена Крылова.
Әйткәндәй, конкурста 37 илдән 800 кеше ҡатнашҡан.