Күршем – һуҡыр апай. Тәүҙә әллә ни аралашмаһаҡ та, нисектер бер һөйләшеп киттек. Уға магазиндан алып ҡайтып килгән әйберҙәрен күтәрешергә ярҙам иткәйнем. Яҡшы күңелле, мөләйем апай икәнлеген белеп ҡалғас, йышыраҡ инә башланым янына. Юҡ, ул яңғыҙ, ҡаралмаған кеше түгел. Өс балаһы ла әсәй тип өлтөрәп тора, үҙе кеүек үк һуҡыр бер ағай менән йылы мөнәсәбәттә икәнлеген дә белә инем. Гөлфинур апай ҡыҙыҡ әңгәмәсе, белмәгән нәмәһе юҡ. Тик үҙе тураһында йыш һөйләмәй ул. Бер көн иһә асылып китте. Бына уның тарихы. Йәш саҡ – матур саҡ. Кешеләр осраша, ғашиҡ була, өйләнешә. Гөлфинур менән Байрамғол — бер ауыл кешеләре, бер-береһен бәләкәйҙән беләләр. Бер нисә ай ҙа осрашмай өйләнешәләр. Тәүҙә ирҙең әсәһе менән торалар, дүрт йылдан айырым йорт һалып сығалар. Улар икеһе лә бик тырыш, емертеп донъя көтә, сәмләнеп йәшәй. Гөлфинурҙың бәләкәй саҡтан күҙе насар күрә. Күҙлек кейеп йөрөй ул. Өлкән улы тыуғас, күреү һәләтенең насарланыуын тоя, тик ауыл кешеһе быға иғтибар итеп торамы? Балам бәләкәй тип торм