Полиция хеҙмәткәрҙәре кеше туҡмаған, талаған, машинаһын алып ҡасып юл һәләкәтенә тарыған әҙәмдәрҙе тотто. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Бәләбәй районы полиция бүлегенә Йәрмәкәй районы кешеһенән талау һәм автомобилен алып ҡасыу тураһында хәбәр килә. Был урланған автомобилде полиция хеҙмәткәрҙәре Бишбүләк ауылынан алыҫ та түгел юлда күреп ҡала. Үҙҙәрен ҡыуып килгәнде аңлап, уғрылар ҡасырға маташа, тик идараны юғалтып, юлдан ситкә осалар. Аварияла водитель дә, уның өс пассажиры ла йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Алдан фаразлауҙар буйынса, дүрт кешенән торған иҫерек компания – ике ҡыҙ һәм ике егет – өйҙәренә тиклем такси ялларға була. 71 йәшлек таксист уларҙы күрһәтелгән адрес буйынса килтергәс, машинанан ҡыҙҙар ғына төшә. 27 һәм 34 йәшлек ике ир водителгә ташланып муйынын һыға, туҡмай, бысаҡ менән ҡурҡыта башлай. Яуыз әҙәмдәр таксистың 10 мең һум аҡсаһын тартып ала һәм “Фиат Альбеа” автомобилен алып ҡаса. Артабан хоҡуҡ һаҡсылары урланған машина