2030 йылға тиклем Башҡортостан мәктәптәрендә видеокамералар ҡуйылырға тейеш Белем усаҡтарында шулай уҡ сымһыҙ интернет булдырыу ҡарала. Был бурысты атҡарыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Башҡортостан етәксеһе ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, өс йыл эсендә 869 мәктәпте заманса ҡормалдар менән тәьмин итергә кәрәк. Әле 99 белем усағында ғына видеокамералар тора, шулай уҡ сымһыҙ интернет эшләй.
2030 йылға тиклем Башҡортостан мәктәптәрендә видеокамералар ҡуйылырға тейеш
21 мая 202521 мая 2025
~1 мин