Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика мәнфәғәтендә эшләргә әҙерҙәр

Өфөлә “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының сираттағы этабы башланды. Сара вуз-ара студенттар кампусында үтте, бында 150 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм ветерандар йыйылды. Улар – онлайн-әңгәмәне уңышлы үткән кешеләр. Бөгөн иһә киләһе этапҡа 70 финалист һайлап алынасаҡ, улар квалификацияһын үҙгәртә һәм остаз ала аласаҡ. Баһалау саралары алдынан ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Валерий Олейник сәләмләне.“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусы һәр кем үҙен ысын патриот итеп күрһәтте, батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булды, тип билдәләне ул. "Белем биреү программаһы һәр яҡлап уйланылған. Һеҙ идара итеүҙә һәм эшҡыуарлыҡта ғына түгел, ә тәрән компетенцияларҙа ла белем аласаҡһығыҙ. Командала эшләргә һәм шәхес булараҡ үҫергә өйрәнерһегеҙ. Һеҙгә уңыштар теләйем. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ һәм Ватан мәнфәғәте өсөн хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең оҫталығығыҙ һәм белемегеҙ республикабыҙға ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн дә файҙалы буласаҡ”, — тип билдәләне Валерий Олейник. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина фондтың эшмәкәрлеге һәм яугирҙәргә ярҙамы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, “Башҡортостан геройҙары” проекты киләсәктә лә үҫешәсәк, яңы ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһына яңы һайлап алыу үткәреләсәк. – Беҙҙең фонд МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға психологик ярҙам күрһәтә. Әммә психологик ярҙам һәм реабилитация мәшғүллекте алмаштыра алмай. Социалләштереү республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда һәм төрлө сараларҙа ҡатнашыу аша бара. Шуға күрә был проекттың маҡсаты — илгә тоғролоғон иҫбатлағандарға ярҙам итеү, уларға лидер булырға, өҫтәмә идара итеү белеме алырға ярҙам итеү. Бөгөн һайлау, тест, әңгәмә үткәреү буласаҡ. Эш дауам итәсәк. Республикаға яңы ветерандар, беренсе кадрҙар проектында теркәлә алмаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙ килә. Яугирҙәр араһында йәш кадрҙар күп. Уларҙы тәрбиәләргә, өйрәтергә кәрәк. Беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер — тине Гөлнур Ҡолһарина. МХО яугирҙәре ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов ойошма эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм уның яңы ағзаларына танытмалар тапшырҙы. Уның белдереүенсә, программала ҡатнашыусыларҙың 95 проценты Башҡортостанда йәшәй. Уларҙың уртаса йәше – 41, араларында өс ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Баһалау турында ҡатнашыусылар араһында Ҡариҙел районынан Юнир Хөрмәтуллин да бар. Ул полицияла хеҙмәт иткән һәм 2022 йылда пенсияға сыҡҡан, юстиция подполковнигы дәрәжәһенә еткән. – Илдә махсус хәрби операция башланғас, иптәштәр берәм-берәм китә башланы. Уларға ярҙам кәрәк ине, мин дә ситтә ҡалманым. Шул йылдың ноябрендә Донбассҡа барып индем. Дөйөм алғанда 13 ай булдым, әле ветеранмын, – тине ул. – Программаға килгәндә, ул яугирҙәр өсөн бик һәйбәт тип иҫәпләйем. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр беребеҙ тураһында хәстәрлек күрә, тик бөтәһен дә контролдә тотоп бөтә алмай. Ә бында уҡып сыҡҡандар, белем алғандар иғтибар үҙәгендә буласаҡ, аҙаҡ һәйбәт урындарҙа эшләй аласаҡ. Минеңсә, программаны артабан киңәйтергә кәрәк. Оҙаҡламай, һуғыш бөткәс, егеттәр бик күпләп ҡайтасаҡ. Уларға ярҙам итеп ебәрергә, эш урындары булдырырға кәрәк. Программаның ярҙамы ҙур булыр тип иҫәпләйем. Үҙемә килгәндә, республикабыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә эшләргә әҙермен, бының өсөн көсөм дә, дарманым да етә. Фото геройҙың шәхси архивынан. Ул уртала тора.