Матур көндө – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә - Ғафури районының ЗАГС бүлегендә Һомай исемле ҡыҙҙың тыуыуын теркәү тантанаһы үтеп, тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. “Табын”гәзите хәбәрсеһе Индира Ишкинаның хәбәр итеүенсә, Һомай 2025 йылдың 9 майында тыуған. Уның исеме (башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" геройы шулай тип аталған) таҙалыҡты, яҡтылыҡты һәм белемде символлаштыра. Зарема менән Рәмил Ҡотдосовтар ғаиләһендә башҡорт халыҡ йолаларын хөрмәт итәләр һәм балаларына исем һайлауға бик яуаплы ҡарайҙар. Ғаиләлә өлкәндәре - Баяс һәм Заһиҙә исемле ул-ҡыҙҙары үҫеп буй еткерә. Улар Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Сығанаҡ, фото: “Табын” гәзите