21 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив индустриялар сәғәте” форматында тәүге тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ муниципалитет вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар ижади башланғыстарға ярҙам итеүҙең төбәк структураһын формалаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был йәһәттән системалы эш Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән креатив индустрияларҙы үҫтереүҙең төбәк стандартын индереү сиктәрендә ойошторола. 2025 йылдың апрелендә Башҡортостан Башлығы Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе, унда тармаҡ алдында торған өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде. Республика етәксеһе ижади проекттарға ярҙам итеүгә комплекслы ҡараш кәрәклеген билдәләне. – Беҙҙең бурыс – республикала ижади берләшмә менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, шулай уҡ проекттарҙы оҙатыу механизмын булдырыу, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ көнүҙәк ярҙам сараларын системалаштыр
Радий Хәбиров “Ижади индустрияларҙың тәүге сәғәте”н үткәрҙе
21 мая 202521 мая 2025
2 мин