"Кадрҙар" милли проектының (национальный проект "Кадры") "Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары" федераль проекты буйынса Башҡортостан халҡы федераль бюджет иҫәбенә яңы һөнәрҙе үҙләштерә ала. Был хаҡта республиканың Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгенән хәбәр иттеләр. Проекттың маҡсаты – граждандарға хеҙмәт баҙарында квалификацияһын һәм ихтыяжын күтәрергә йәки һөнәрен алмаштырырға мөмкинлек биреү. Уҡыу йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар дәүләт өлгөһөндәге документтар аласаҡ.Проектта төрлө категория граждандары ҡатнаша ала: бала ҡарау буйынса отпускыла булған әсәйҙәрҙән алып квалификацияһын күтәрергә теләгән граждандарға тиклем. Бының өсөн Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгендә уҡыуға ғариза биреү ҙә етә.Белем биреү программалары төбәк эш биреүселәренең ихтыяждарын иҫәпкә алып әҙерләнгән. Һөнәрҙәре араһында: иреүсе электрод менән иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, бала ҡараусы, тегенсе, пилотһыҙ осоу аппаратын идара итеүҙең ер өҫтө саралары операторы, экскурсовод, слесарь-электрик һәм башҡалар б