Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

616 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алғандар

Башҡортостан Республикаһы аграрийҙары 2025 йылдың дүрт айында 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 1,1 миллиард һумға күберәк. Был хаҡта төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Ауыл хужалығын Рәсәйҙы яңы техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национального проекта “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) маҡсаты булып тора – Республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу дауам итә. Быйыл апрелгә тиклем 616 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Был 116 трактор, 12 иген йыйыу комбайны, 170-тән ашыу тупраҡ эшкәртеү машинаһы һәм башҡа техника, – тип хәбәр итте Хөкүмәт Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Бындай техник йыһазландырылған осраҡта Башҡортостан аграрийҙары сәсеүҙе оптималь ваҡытта үткәрә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник

Башҡортостан Республикаһы аграрийҙары 2025 йылдың дүрт айында 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 1,1 миллиард һумға күберәк. Был хаҡта төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Ауыл хужалығын Рәсәйҙы яңы техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национального проекта “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) маҡсаты булып тора – Республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу дауам итә. Быйыл апрелгә тиклем 616 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Был 116 трактор, 12 иген йыйыу комбайны, 170-тән ашыу тупраҡ эшкәртеү машинаһы һәм башҡа техника, – тип хәбәр итте Хөкүмәт Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Бындай техник йыһазландырылған осраҡта Башҡортостан аграрийҙары сәсеүҙе оптималь ваҡытта үткәрә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентын ҡаплайҙар. Рәмилә МУСИНА фотоһы.