Бөгөн Алкин-2 ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Владислав Авдеев, Динар Асяев, Васим Камалов, Никита Мөслимов, Роберт Хәкимов, Евгений Швалев һәм Жалоладдин Уразовтың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе яугирҙәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Рәдий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң наградаға лайыҡ булған Жалоладдин Уразовтың ата-әсәһенә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. - Республика улдарығыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡ, һеҙҙең менән бергә буласаҡ. Балалар үҙ ғүмерҙәрен Ватан өсөн биргән, улар – ысын геройҙар, – тине Радий Хәбиров. - Беҙ махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарының бурысы - килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү. Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре республика Башлығына хәрби хеҙмәт ойошмаһында ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ихтыяжда