Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Ҡәһәрле һуғыш ваҡиғалары артта ҡалған һайын яугирҙәрҙең яҙмышына бәйле тарихыбыҙ тағы ла ҡәҙерлерәк була бара. Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғимран Шәмсетдин улы Хисамовтың балалары ла яугир атайҙары тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай һәм уның яу юлын ныҡлап өйрәнеүҙе дауам итә. Шәмсетдин Итҡолов ғаиләһенең яҙмышы Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылында Шәмсетдин Итҡоловтың ҙур һәм татыу ғаиләһе йәшәй. Ғаилә башлығы 1905 йылда рус-япон һуғышында ҡатнашып, батырлығы өсөн Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уны 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына саҡыралар, бары 1920 йылда ғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Шәмсетдин ҡарттың өс улы була: 1913 йылғы Фәсхетдин, 1922 йылғы Ғимран һәм 1926 йылғы Ғәлимйән. Һуңынан 1930 йылда ҡыҙҙары Зәйнәп һәм 1933 йылда Сәлимә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Шәмсетдин олатайҙың ғаиләһе етеш йәшәгән. Ғаилә башлығы “Беренсе биш йыллыҡ” (“Первая пятилетка”) колхозы рәйесе урынбаҫары була. Әммә һуғыш матур йәшәп ятҡан ғаиләнең тормошона тәүге көндәрҙән үк ҡағыла. 1941 йылдың июнь башында өлкән улдары Фәсхетдин Хисамов хәрби йыйынға саҡырыла. 22 июндә илебеҙгә немец илбаҫарҙары баҫып ингәс, уны шунда уҡ һуғышҡа алалар. Күп тә үтмәй, ҡыҙылармеец Фәсхетдин Шәмсетдин улының фашистарға ҡаршы яуҙа хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. 1941 йылдың аҙағында Ғимран Хисамовты хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Уны кесе командирҙар әҙерләү буйынса ҡыҫҡа курсҡа ебәрәләр. Әммә уға был курсты тамамларға насип булмай – уларҙы ҡапыл фронтҡа оҙаталар, сөнки немец илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты алыштар бара, ә кадрҙар етешмәй. Ғимран 1942 йылдың мартынан 10-сы мотоуҡсылар бригадаһында уҡсы булып яуға инә һәм Беларусь фронтында, Литва ерҙәрендә алыша. 24 августа яугирҙе мина ярсығы көслө яралай, оҙаҡ аңын юғалтып ята. Бәхетенә күрә, уны үҙебеҙҙең һалдаттар табып, ялан гостипаленә оҙата. Ғимран Хисамов, 1943 йылдың 11 майына тиклем Горький ҡалаһында дауаланып, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла – уға өсөнсө төркөм инвалидлыҡ биреп, тыуған еренә ҡайтаралар. Ҡулы йүнләп эшләмәй, башы даими ауырта, нервылары ныҡ ҡаҡшаған була. Шулай булһа ла, был ауырлыҡтарҙы еңеп, уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Көйөргәҙе районының Павловка һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Ул көн һайын Кинйәбайҙан Павловкаға тиклем ете километр юлдан йәйәү йөрөп эшләй. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы – Тыныс тормош башлана. Атайыбыҙ педагогия институтын тамамлай. Ул һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Хәҙер мин уны аңлайым. Һуғыш – миналар, артиллерия шартлауы, дуҫтарҙың үлеме, ҡурҡыныс яралар, ҡалалар һәм ауылдар, уларҙа өйҙәр урынына граната һәм миналарҙан ҡалған уйым, соҡорҙар. Әммә ҡайһы бер мәлдәрҙә һалдаттарҙы юғалтыу, яралыларҙы ҡалдырыу ни тиклем ауыр булыуы тураһында һөйләй ине. Үҙе лә бер нисә тапҡыр яраланһа ла, сафта ҡала, ә 24 августа йәрәхәтләнеүен иҫләмәй, сөнки хәле бик ауыр була. Ярай әле уны яугирҙәр ҡаҙып алып, госпиталгә оҙатҡан. Яҙмыш уны ете балаға ғүмер бирһен, үҫтерһен, ә улар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, лайыҡлы йәшәһен өсөн иҫән ҡалдырғандыр, – тип һөйләй ҡыҙы Нурзиә Ишмөхәмәтова. Ғимран Хисамов бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай, мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары була. – Үҙем унда 5-се класта ярты йыл ғына уҡып ҡалдым. Математика – ауыр предмет, әммә беҙ уны бик ярата инек, сөнки атайыбыҙ беҙҙә ошо фәнгә һөйөү уята алды, – тип хәтирәләрен уртаҡлашты ҡыҙы. Ғимран Хисамов мәктәптән ҡайтҡас, йорт эштәрендә лә өлгөрә, сөнки ете баланы ҡарау, ашатыу өсөн һыйырын да, һарығын да аҫрарға кәрәк була. Ә кистәрен мәктәптә сәйәси уҡыуҙар, йыйылыштар үткәрә. Ул коммунист була, Ватанын ярата, шуға ла башҡаларҙы ла илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә тырыша. Ғүмере иртә өҙөлә Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1971 йылдың 5 ғинуарында фронтовик Ғимран Шәмсетдин улы 49 йәшендә вафат булып ҡала. Һуғышта алған яралары уның һаулығын ныҡ ҡаҡшата, йөрәге “туҙа”. Ул үлгәндә бәләкәй ҡыҙына ни бары биш йәш була. Ейән-ейәнсәрҙәрен дә күреп өлгөрмәй, ә был хаҡта бик хыялланған икән. – Оло ағайыбыҙ “тиҙҙән кәләш алам” тип хәбәр иткәс, атайыбыҙ Өфөгә барып, буласаҡ килене менән танышты. Ҡайтҡас иһә беҙгә “хәҙер тағы ла бер ҡыҙым буласаҡ” тип хәбәр итте, – ти Нурзиә Ғимран ҡыҙы. Ғимран Хисамов ауылдашы Разия Әхмәҙи ҡыҙы менән ғаилә ҡорған, ете бала тәрбиәләгәндәр. Рәмзиә Хисамова ла мәктәптә эшләгән – географиянан уҡытҡан. Ғимран Хисамов вафат булған саҡта өлкәндәре – улдары Ишмөхәмәт һәм ҡыҙҙары Рәмзиә уҡып сығып, Өфөлә эшләп йөрөгән була. Ҡалған балалары ла, атайһыҙ ҡалһа ла, уҡсы Ғимрандың намыҫына тап төшөрмәй лайыҡлы тормош юлына баҫа. – Атайҙың һүҙҙәр: “Тыуған илегеҙҙе яратығыҙ, яҡшы уҡығыҙ, ил именлеге өсөн эшләгеҙ, туғантелегеҙҙе, шәжәрәгеҙҙе онотмағыҙ”. Беребеҙ ҙә был хаҡта онотманы, – ти яугирҙең ҡыҙы. Ысынлап та шулай. Өлкән улы Ишмөхәмәт, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, билдәле иҡтисадсы булып китә. Күмертау, Мәләүез ҡалаларында етәксе вазифаларҙа эшләй, әле хаҡлы ялда, Өфөлә йәшәй. Атаһының васыятына тоғро ҡалып, әле лә Атайсалы өсөн янып йөрөй – тыуған ауылы Кинйәбайҙа мәсет төҙөү менән булыша. Икенсе улы – Юнир Ғимран улы урман техникумын тамамлай, Үзбәкстанда эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 йәшендә генә ғүмере өҙөлә. Өсөнсө улы Әнүәр, индустриаль техникумды тамамлап, Мәләүездә төҙөлөш тармағында эшләгән, әле хаҡлы ялда. Кинйәһе Мөнир Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, атҡаҙанған нефтсе, әле лә эшләй. Ҡыҙы Рәмзиә, төҙөлөш тармағында намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, бик күп наградаларға лайыҡ булған, әле Мораҡта йәшәй. Уртансы ҡыҙы Нурзиә Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Мәләүез ҡалаһындағы 5-се мәктәптә эшләй. Кинйәбикәләре Миңзада – иҫәпсе-хисапсы, Мәләүез ҡалаһында эшләй. Ғөмүмән, бөтә балалары ла йорт һалған, ағас ултыртҡан, балалар үҫтергән – атайҙары улар менән ғорурланыр ине. Береһе лә тыуған ерҙәре – Башҡортостанды ташлап китмәгән, туған телдәрендә – башҡортса яҡшы һөйләшә, уны балаларына ла, ейән-ейәнсәрҙәренә лә өйрәтә. Тимәк, Кинйәбай ауылынан уҡсы Ғимран Хисамовты яҙмыш, һуғыштың үлем тырнағынан йороп алып, был ғүмерҙе юҡҡа ғына бүләк итмәгән. Әҙ йәшәгән, әммә үҙенең эҙен дауам итерлек лайыҡлы балалар ҡалдырған. “Рәхмәт, атай, һин үҙең кеүек ябай һалдаттар менән илебеҙҙе фашизмдан ҡотҡарып алып ҡалғанһың. Әле лә хөрмәтле һалдаттарыбыҙ беҙгә тыныс тормошто ҡайтарыр, яңынан изге “Еңеү” һүҙе яңғырар, күгебеҙ тыныс булыр һәм кешеләр бәхетле йәшәү өсөн хеҙмәт итер, тип ышанам. Шулай булһын”, – ти яугир ҡыҙы Нурзиә Ишмөхәмәтова. Эйе, йылдар үтә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бик әҙ ҡалды. Уларҙың хәтирәләре лә, наградалары ла баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә, сөнки улар билдәле факттарҙы яңылары менән тулыландырыу мөмкинлеген бирә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары беҙҙән алыҫлашҡан һайын уның тере шаһиттары ла кәмей бара. Был хәтирәләр йәштәргә ҡан һәм йәш аша яуланған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә аманат булып яңғырай. Хәрби архив Подольскиҙа һаҡлана Яңыраҡ фронтовиктың улы Ишмөхәмәт Хисамов, Мәскәү өлкәһенең Подольский ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына барып, Ғимран Хисамовтың яу юлына бәйле материалдарҙы алып ҡайтты. – Бик ҙур архив, унда төҙөлөш бара, әммә халыҡты ҡабул итәләр. Минең һорау буйынса 10-сы мотоуҡсылар бригадаһының һуғыш ваҡытынан ҡалған архивы менән танышырға бирҙеләр. Уны ҙур папкаға теккәндәр. Архив хеҙмәткәрҙәре миңә күсермәһен фотоға төшөрөргә рөхсәт итте. Бик яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Быға тиклем ошо документтар йәшерен була, 2006 йылда ғына уны асырға рөхсәт бирелә. 10-сы мотоуҡсылар бригадаһы Ырымбур өлкәһендә, ул саҡта Чкалов өлкәһе тип аталған, тупланған. Был бригадаға күпселеген VII-X класс белеме булғандарҙы ғына алғандар, – тип һөйләне Ишмөхәмәт Ғимран улы. Автор: Нурзиә Ишмөхәмәтова Фото: Ғимран Хисамовтың ғаилә архивынан.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Ҡәһәрле һуғыш ваҡиғалары артта ҡалған һайын яугирҙәрҙең яҙмышына бәйле тарихыбыҙ тағы ла ҡәҙерлерәк була бара. Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғимран Шәмсетдин улы Хисамовтың балалары ла яугир атайҙары тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай һәм уның яу юлын ныҡлап өйрәнеүҙе дауам итә. Шәмсетдин Итҡолов ғаиләһенең яҙмышы Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылында Шәмсетдин Итҡоловтың ҙур һәм татыу ғаиләһе йәшәй. Ғаилә башлығы 1905 йылда рус-япон һуғышында ҡатнашып, батырлығы өсөн Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уны 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына саҡыралар, бары 1920 йылда ғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Шәмсетдин ҡарттың өс улы була: 1913 йылғы Фәсхетдин, 1922 йылғы Ғимран һәм 1926 йылғы Ғәлимйән. Һуңынан 1930 йылда ҡыҙҙары Зәйнәп һәм 1933 йылда Сәлимә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Шәмсетдин олатайҙың ғаиләһе етеш йәшәгән. Ғаилә башлығы “Беренсе биш йыллыҡ” (“Первая пятилетка”) колхо