Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

40 йылдан һуң тағы ла парадта ҡатнаша

Арабыҙҙа үҙ эшен яратҡан ғәжәйеп кешеләр осрай. Шуларҙың береһе - Рәмил Таҡаев. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән замандашыбыҙ 40 йыл элек юбилей хөрмәтенә алған КамАЗ-ына оҙаҡ йылдар тоғро ҡалыуы менән һоҡландыра. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә. "Был автомобиль тарихы 1985 йылдарға барып тоташа. Комсомолдар һәм Кама автозаводының йәш хеҙмәткәрҙәре инициативаһы буйынса 40 машина юбилей айҡанлы «Тыныслыҡ колоннаһы»на йыйыла. Был автомобилдәрҙең руле артына илдең иң яҡшы йәш водителдәре—«Еңеүҙең 40 йыллығына— 40 удар хеҙмәт аҙнаһы» Бөтә Союз ярышында еңеүселәр ултырырға тейеш була. СССР-ҙың төрлө төбәктәренән 40 еңеүсе водитель үҙҙәренең наградалары өсөн килә. Башҡортостандан берҙән-бер вәкил—Баймаҡ районы ауыл хужалығы техникаһы буйынса дәүләт комитеты водителе Рәмил Таҡаев була. Брежнев ҡалаһында (әле Яр Саллы ) еңеүселәрҙе хөрмәтләү тантанаһы үтә. Тап ошонан Рәмил Таҡаев үҙенең КамАЗ-ын завод сиктәренән алып сыға. Ә 9 Майҙа Бөйөк Ватан һуғ

Арабыҙҙа үҙ эшен яратҡан ғәжәйеп кешеләр осрай. Шуларҙың береһе - Рәмил Таҡаев. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән замандашыбыҙ 40 йыл элек юбилей хөрмәтенә алған КамАЗ-ына оҙаҡ йылдар тоғро ҡалыуы менән һоҡландыра. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә. "Был автомобиль тарихы 1985 йылдарға барып тоташа. Комсомолдар һәм Кама автозаводының йәш хеҙмәткәрҙәре инициативаһы буйынса 40 машина юбилей айҡанлы «Тыныслыҡ колоннаһы»на йыйыла. Был автомобилдәрҙең руле артына илдең иң яҡшы йәш водителдәре—«Еңеүҙең 40 йыллығына— 40 удар хеҙмәт аҙнаһы» Бөтә Союз ярышында еңеүселәр ултырырға тейеш була. СССР-ҙың төрлө төбәктәренән 40 еңеүсе водитель үҙҙәренең наградалары өсөн килә. Башҡортостандан берҙән-бер вәкил—Баймаҡ районы ауыл хужалығы техникаһы буйынса дәүләт комитеты водителе Рәмил Таҡаев була. Брежнев ҡалаһында (әле Яр Саллы ) еңеүселәрҙе хөрмәтләү тантанаһы үтә. Тап ошонан Рәмил Таҡаев үҙенең КамАЗ-ын завод сиктәренән алып сыға. Ә 9 Майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған юбилей парадында ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы: юбилей КамАЗ бөгөн дә хужаһына хеҙмәт итә. Рәмил Таҡаев уны ҡәҙерләп тота, үҙенең тоғро юлдашы тип һанай. Әйткәндәй, КамАЗ иртәгә Баймаҡ ҡалаһында үткән парадта ҡатнаша. Фото һәм сығанаҡ: Азамт Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән