Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Бөрйән районының Байғаҙы ауылы егете, махсус операцияға үҙ теләге менән барып хеҙмәт итеп ҡайтыусы Нияз Мәхмүтов «Башҡортостан геройҙары

Бөрйән районының Байғаҙы ауылы егете, махсус операцияға үҙ теләге менән барып хеҙмәт итеп ҡайтыусы Нияз Мәхмүтов «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнаша. Уның тормошо ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлектең сағыу өлгөһө булып тора. Нияздың ябай һалдаттан яу ветеранына тиклемге хеҙмәт юлы тәрән хөрмәткә эйә.

"Ҡара" позывнойын алған Нияз ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, яралана, әммә һынмай. Күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн "Хәрби батырлыҡ өсөн", "Хөрмәт. Дан. Бурыс", "Ватан һаҡсыһы", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы", "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" миҙалдары һәм "Яугир-спортсы" билдәһе менән бүләкләнә.

Контракт тамамланғас демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайта.

Бөгөнгө көндә Нияз Наил улы 73-сө янғын һүндереү часендә эшләй, райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

«Башҡортостан геройҙары»

проекты 2025 йылдың 24 февралендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгәйне. Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар менән әңгәмә этабы бара, ул 12 майға тиклем дауам итәсәк.

Ниязға һәм проектта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем!

-2