Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар 70 йыл бергә!

Салауаттан Рәйхана менән Мөхтәр Кәримовтар бергә ғүмер кисереүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Был матур дата айҡанлы уларҙы урындағы ЗАГС-та ҡотланылар. Өҫтәүенә улар был көндө балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә сәскәләр, шарҙар менән биҙәлгән машинала килде. Рәйхана менән Мөхтәр Кәримовтар 1955 йылдың 3 майында ғаилә ҡорған. Ул ваҡытта ҙурлап туй ҙа үткәрә, күп ҡунаҡ та йыя алмағандар. Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауыл Советында никахтарын теркәгәндәр. Кәримовтарҙың икеһе лә хеҙмәт ветераны, ҡаланың төрлө предприятиеларында эшләгәндәр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер инде уларҙың алты ейәне, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар. “Беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы йәшәнек, тип әйтә алабыҙ. Балалабыҙ ҙа һәйбәт, ярҙам итәләр. Уларҙың барыһы ла яҡшы икән, күңелебеҙ ҙә тыныс”, - ти ғаилә башлығы. “Иң мөһиме: тыныслыҡта, дуҫлыҡта йәшәргә, йәш быуын вәкилдәренә өлгө булырға кәрәк”, - ти ғаилә усағын һаҡлаусы Рәйхана Кәримова. Сығанаҡ, фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.