Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында бер ҡатлы йорттоң иҙәндәре һәм тәҙрә рамдары янған. Бүлмәләрҙең береһендә һәләк булған 59 йәшлек ир табылған. Янғын һүндереүселәр саҡырылмаған. Хәлде Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай. Учалы районының Ҡалуй ауылында 5 майҙа кисен янғын сыға. Ут ағас һарайҙы, мунсаны, йортто һәм хужалыҡ ҡаралтыларын ялмап ала. Ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре ҡотҡарыу эше барышында - аҙбарҙы һүндергәндә иҙәндә һәләк булған ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәләк булған кешенең тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе, шунан ут сығып, бесән янып китеүе ихтимал булыуын белдерә. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ һәм ҡулдан эшләнгән электр приборҙарын ҡулланмағыҙ; тәмәке тартмағыҙ; янғындың тәүге билдәләре булғанда, 101 йәки 112 шылтыратығыҙ. Уҙған тәүл