Бөгөн Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының видеобәйләнеш режимында киңәйтелгән кәңәшмәһе булды. Сарала 2024 йылда Башҡортостан Республикаһында гражданлыҡ йәмғиәте тураһында доклад тыңланды. IV “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына республика конкурсына ғаризаларҙы ҡабул итеү, быйылғы беренсе кварталға палата комиссияһы эшмәкәрлеге, Йәмәғәт советының республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Шишмә районы менән эшмәкәрлеге, киләһе кварталға пландар тураһында һөйләшеү булды. Сараны Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов алып барҙы. Уның сығышында гражданлыҡ йәмғиәтенең былтырғы үҫеш тенденциялары билдәләнде һәм анализланды. Былтыр республиканың Йәмәғәт палатаһына дүрт меңдән ашыу мөрәжәғәт булған. Төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт иткәндәр. Мәҫәлән, Өфөләге Комсомол урамында торба алмаштырыу тураһында мөрәжәғәт булған. Быйыл йыл башында эштәр башланған. Үҫеп килеүсе быуынды лайыҡлы тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, йолаларыбыҙҙы тергеҙгән, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙ