Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был урама гел уңып бешә

Уның исеме лә есемен тулыһынса аса – Гүзәл. Туймазы районының Сәйрән урта мәктәбе директоры Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы Тажетдинова менән ошо төбәккә командировка барышында яҡындан танышырға насип булды. Әммә уға тиклем дә был уңған, бар йәһәттән оҫта ханым, алдынғы ҡарашлы етәксе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы тураһында ишетеп белә инем. Ул – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе, оҫта ойоштороусы ла. Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы - сәскә кеүек өс ҡыҙ үҫтергән әсә, хөрмәтле ҡәйнә, яратҡан нәнәй. Өҫтәүенә ул - бихисап матур һөнәрҙәр оҫтаһы: матур йырлай, маһир умартасы, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө әйберҙәр бәйләй, тәмле итеп аш-һыу әҙерләй. "Иң яратып әҙерләгән ҡамыр ризыҡтарының береһе – урама. Мин уны байрам табындарына, Ҡөрьән аштарына йыш бешерәм", - ти гәзитебеҙ геройы. Гүзәл Тажетдинованан урама әҙерләү өлгөһө Дүрт-биш йомортҡаға бер семтем тоҙ, шул сама шәкәр, ике-өс аш ҡалағы йылымыс һыу, он ҡушып ҡамыр баҫам. Ҡамырымдың бер сере бар: бер аш ҡалағы көмөшкә йәки араҡы ҡушам. Бына ошо

Уның исеме лә есемен тулыһынса аса – Гүзәл. Туймазы районының Сәйрән урта мәктәбе директоры Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы Тажетдинова менән ошо төбәккә командировка барышында яҡындан танышырға насип булды. Әммә уға тиклем дә был уңған, бар йәһәттән оҫта ханым, алдынғы ҡарашлы етәксе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы тураһында ишетеп белә инем. Ул – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе, оҫта ойоштороусы ла. Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы - сәскә кеүек өс ҡыҙ үҫтергән әсә, хөрмәтле ҡәйнә, яратҡан нәнәй. Өҫтәүенә ул - бихисап матур һөнәрҙәр оҫтаһы: матур йырлай, маһир умартасы, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө әйберҙәр бәйләй, тәмле итеп аш-һыу әҙерләй. "Иң яратып әҙерләгән ҡамыр ризыҡтарының береһе – урама. Мин уны байрам табындарына, Ҡөрьән аштарына йыш бешерәм", - ти гәзитебеҙ геройы. Гүзәл Тажетдинованан урама әҙерләү өлгөһө Дүрт-биш йомортҡаға бер семтем тоҙ, шул сама шәкәр, ике-өс аш ҡалағы йылымыс һыу, он ҡушып ҡамыр баҫам. Ҡамырымдың бер сере бар: бер аш ҡалағы көмөшкә йәки араҡы ҡушам. Бына ошо ҡамырҙы туҡмас рәүешендә нәҙек итеп йәйеп, ҡайнар майҙа урама бешереп алам. Һыуынғас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәм. Тағы ла бер серем – урама бешергәндә гел йырлайым. Күңелеңде биреп, яҡшы кәйефтә әҙерләгән ризыҡ, әлбиттә, бик тәмле була. Автор фотоһы.