Бөгөн, 7 майҙа, баш ҡаланың элекке башлығы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар. Павел Рюрикович 5 майҙа 73 йәшендә вафат булды. Матәм сараһы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтте. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй кимәлендәге сәйәсмән Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатыу сараһында республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт ағзалары, РФ Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, туғандары, яҡындары ҡатнашты. Республика етәксеһе Павел Качкаев бөтә ғүмерен Рәсәйгә һәм Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә бағышланы, тип белдерҙе хушлашыу сығышында. – Павел Рюриковичтың тормош һәм хеҙмәт юлын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Иң мөһиме – уны кешеләр бик яратты. Үҙен ҡала башлығы булараҡ белгән өфөләр генә түгел, бөтә Башҡортостанда хөрмәт иттеләр. Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланғандан һуң да ул барыбер “халыҡ мэры” булып ҡалды. Кешеләр уға үҙ мәшәҡәттәре, һорауҙары менән килде, ә ул уларҙы әүҙем хәл итте. Дәүләт Думаһында республиканың, уның халҡының мәнфәғәт
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Павел Качкаев менән бәхилләштек
7 мая 20257 мая 2025
3 мин