Оло ҡорға Башҡортостан Республикаһында эшләп килгән белем биреү ойошмаларының, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, етәкселәре йыйыласаҡ. Съездың эшендә Рәсәй төбәктәренән, атап әйткәндә, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү ҡалаһынан, Ҡаҙағстан Республикаһынан ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә. Йыйынға барлығы 650 делегат саҡырылған. Ҙур сара Башҡортостан Башлығы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм мәғариф өлкәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән ойошмаларҙың булышлығында үтә. Комментарийҙар буласаҡ Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.