Махсус хәрби операция ветерандары, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы социаль координаторҙары Эдуард Голодько, Шамил Ғәлимйәнов һәм Олег Мөфтәхетдинов Еңеү көнө уңайынан Эдуард Әсәдовтың “Рәсәй ҡылыстан башланмаған!” тигән шиғырын уҡыны. Эдуард Голодько саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткән ваҡытында хәрби булырға ҡарар иткән. Шунан алып уның һөнәре – “Тыуған илде һаҡлау”. Яугир бер йыл элек ҡаты яраланған. Ҡатмарлы хәрби юлды лайыҡлы үтеүенә баһа – Ҡаһарманлыҡ ордены. Хәҙер өлкән сержант демобилизацияланыуға әҙерләнә һәм артабанғы тормошон “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы менән бәйләргә планлаштыра. Олег Мөфтәхетдинов хәрби бурысын үтәгән мәлдә ҡаты яра алған. Ҡаһарманлыҡ ордены, Генерал Шайморатов, “Артемскиҙы азат иткән өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалдары һәм башҡа наградалар – уның батырлығы, ныҡышмаллығы билдәһе. Әле Олег – “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалында социаль координатор. Ул үҫеп килгән быуынға батырлыҡ дәрестәре үткәрә, спо