“Проектный кампус СПО” программаһын социаль проектлау буйынса республика колледждарының 200-ҙән ашыу уҡыусыһы сараларҙа ҡатнашты. Уларҙы үткәреү “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы башҡарыла. Уҡыу ике трек буйынса үткәрелде. “Мөмкинлектәр булдырам” – социаль проекттарҙы үҫтерергә теләүселәр өсөн булһа, “Берләшмә булдырам” – проект офистары остаздары булырға тейешле педагогтар һәм тәрбиә эше буйынса белгестәр өсөн. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән “ИТА” уҡытыу һәм үҫтереү үҙәге тренерҙары һәм “Росмолодежь Гранты”ойошмаһы эксперттары шөғөлләнде. “Беҙҙең проект студенттар идеяларын реаль эштәргә әүерелдерергә һәм уларға йәш уҡытыусылар менән бергә үҙ аллы проектларға ярҙам итә”, – тине проект етәксеһе Розалия Шириязданова. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кла