Ишембайҙың 60 йәштән ҙурыраҡ йәшәүселәре үҙҙәренең әүҙем йәшәү рәүешен алып барыуға ынтылышын тағы бер тапҡыр раҫланы – ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”) комплексы нормативтарын тапшырҙы. Һынауҙар 3-сө спорт мәктәбендә һәм “Нефтсе” стадионында булды. Барлығы 57 өлкән йәштәге кеше нормативтарҙы уңышлы тапшырҙы. Улар төрлө ҡатмарлыҡтағы күнекмәләрҙе атҡарҙы. Сараны “Физик культура һәм спорт үҫеше” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) буйынса ойошторғандар. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, физик әүҙемлек һәр кемгә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә кәрәк. Даими күнекмәләр терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәрен булдырмау, диабеттың барлыҡҡа килмәүенә һәм йәш менән бәйле башҡа проблемаларға юл ҡуймау өсөн кәрәк. ГТО комплексы граждандарҙың һаулығын нығытыуға, спорт менән даими шөғөлләнеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы булып тора.