Билдәле блогер, казарма емерелеүе аҫтында ҡалып ике аяғын да юғалтҡан рухлы яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Был юлы ул нисек итеп клиник үлем хәлен кисереүе тураһында һөйләне. “Мин ике тапҡыр клиник үлем хәлен кисерҙем. “Рөстәм, “теге” яҡта нимә күрҙең?” тигән һорау тыуа. Был 2015 йылдың июлендә булды, мин емерелгән казарма аҫтында ҡалдым. Тәүге тапҡыр йөрәгем дүрт минутҡа туҡтаны, икенсеһе – биш минутҡа. Мин ул саҡта комала инем. Шунда уҡ әйтәм, туннель артында бер ниндәй ҙә яҡтылыҡ күрмәнем. Бәлки был клиник үлемдең тәрәнлегенән торалыр. Тик икенсе тапҡыр йөрәгем туҡтаған саҡта мин үҙемде ситтән күрҙем. Бик сәйер торош булды. Мин өҫтә инем, ә кәүҙәм аҫта, карауатта ята, табиптар йүгерешә, янымда ығы-зығы. Тәүҙә нимә булғанын аңлай алмайым, үҙемде унда ла, бында ла итеп тойҙом. Шуныһы ғәжәп, минә ныҡ рәхәт булды. Шундай еңеллек тойҙом, ошо хәлдә ҡалғы килде, ул бөтмәһен тип теләнем. Шул уҡ ваҡытта тәнемдән айырылғанмын тигән хис тә булманы. Кире ҡайтҡым килмәне, сөнки ныҡ рәхәт ине. Ҡыҙыҡ, башымда төрлө фекерҙәр бар ине, ни өсөн былай килеп сыҡты тип уйланым. Ныҡ рәхәт булды. Аҙаҡ оҙаҡ уйландым, тимәк кешенең йәне бар. Һәм үлемдән һум рәхәтлек киләлер тип уйлайым”, – тине ул. Ә һеҙҙең шундай хәлдә ҡалғанығыҙ булманымы? Фото: социаль селтәрҙәр.