Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре Бына, исмаһам, көс! Йылайыр һөнәрселек училищеһының дөйөм ятағында тәрбиәсе-коммендат булып эшләп йөрөйөм... Егеттәр йәшәгән ятаҡҡа ингән ишектең эске келәһен алмаштырырға кәрәк булды. Бер нисә егет менән байтаҡ ҡына маташһаҡ та, иҫке келәне һурып сығара алмайбыҙ бит... Шул саҡ Һабыр егете – көс-ҡеүәте ташып торған Наил Шәйәхмәтов килеп инде, дөрөҫөрәге, дәрестән ҡайтты. –Оһ, бына кемде көткән икән был келә, – тип ҡулымдағы монтировканы уға тоттора һалдым. –Нимә эшләргә кәрәк, еҙнәй? – Һабырҙар барыһы ла миңә шулай өндәшәләр. –Сәғәткә яҡын инде мынауы келәне һура алмай аҙапланабыҙ... –Ә-ә-ә, хәҙер һурабыҙ уны! – Ул, ҡаҙау һурғысты үҙенә ҡулайлап тотоп, әлеге келәне бер тартҡайны иҫке йорттоң ишеген яңаҡтары менән бергә айырып алды бит, әй! –Наил, Наил... Яңаҡтарҙы ҡалдыр! – Аптырауҙа ҡалған мин егеттең ҡулдарына йәбештем. – Миңә келә генә кәрәк... –Сереп бөткән икән дә... – Эшсән егет әйтеүҙе лә көтмәй яңаҡтар менән булыша башланы. –Ну, ҡәйнеш, кө