Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Батыр улдар үҫтергән әсәләргә рәхмәт!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Саҡмағош ауылында Саҡмағош районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашып вафат булғандарҙың (Данил Вәлиев, Айнур Раянов, Артур Хәмәтгәрәев, Тимур Хисмәтуллин, Фирур Солтанов, Ленар Йәнекәев, Руслан Кашаев һәм Вадим Шайморатов) ғаиләләре менән осрашты. Радий Фәрит улы мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренә һәм ҡатындарына сабырлыҡ теләне. Үлгәндән һуң Генерал Шайморатов орденына лайыҡ булғандарҙың туғандарына награданы тапшырҙы. – Яҡташтарыбыҙ Ватаныбыҙ өсөн ғүмерҙәрен бирҙе, һәр береһе һуңғы һулышынаса бурысын үтәне, улар – ысын Герой, – тине Радий Хәбиров. – Шундай батыр улдар үҫтергәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт! Мөҡәддәс бурысыбыҙ – уларҙы онотмау, батырлыҡтарын мәңгеләштереү, иғтибар үҙәгендә тотоу һәм уларҙың яҡындарын ярҙамдан өҙмәү. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, муниципалитет башлыҡтарының бурысы – уларға ярҙам итеү. Формализмдан йыраҡ торорға кәрәк, бөтә эштәрҙе лә күңел һалып башҡарыу зарур. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.