▶️ "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға. "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының күсмә студияһы был шишәмбелә Әлшәйҙә эшләне. Райондың Шафран ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙың "туғандар ҡәберлеге" бар. Был зыярат 365 яугирҙың һуңғы төйәге. Шафран – дәшһәтле осорҙа Башҡортосанда махсус госпиталь урынлашҡан ауылдарҙың береһе булып тора. Тапшырыуҙа Әлшәй хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Мирғәсим Әкимбәтов, Шафран урта мәктәбе директоры Ләйсән Хәлимова, Шафран балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Зилә Әхмәҙиева ҡатнаша. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».
Хәйерле иртә, Республика! - 06.05.2025 Бөйөк Еңеүгә 80 йыл. Мәңгелек хәтер
6 мая 20256 мая 2025
~1 мин