Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөлназ Асаева: “Яҙмышы ҡатмарлы ине...”

Яратҡан йырсыбыҙ Лилиә Биктимерованың бер туған ҡустыһы һәм Гөлназ Асаеваның ағаһы Руслан Биктимеровтың махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булыуы тураһында яҙған инек. Уны ерләгәндән һуң Гөлназ ағаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашҡан. “Ерләп ҡайттыҡ. Эстә шундай бушлыҡ. Руслан ағай иҫ киткес кеше ине. Уның яҙмышы бик ҡатмарлы булды. Улар әсәйһеҙ ҡалғанда әсәйемә – 10, Руслан ағайыма дүрт йәш булған. Атайҙарын ҡулға алғандар. Әсәйемде әсәйҙәре яғынан апаһы, ә ағайҙы атайҙары яғынан ағаһы алып киткән һәм улар төрлө ғаиләлә йәшәгән. Руслан ағай күп нәмәләр аша үтте, барыһын да һөйләп бөтөп булмай. Мин уның тарихын күҙ йәштәре менән тыңланым. Әммә бер нимәгә ҡарамай, ул үҙенең изге күңелен, намыҫын ғүмеренең аҙағына тиклесм һаҡлап ҡала алды... Мин һәр ваҡыт һинең менән ғоурарланырмын, Руслан ағай”.