«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2025» конкурсы тамамланыуға яҡынлаша. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының А.М. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге белгестәре профилле министрлыҡтар вәкилдәре менән берлектә конкурсҡа тәҡдим ителгән материалдарҙы ҡарай, предприятиеларҙа эшләп килгән менеджмент системаларының һөҙөмтәлелеген баһалай. Ойошмаларҙың яртыһынан күбеһе бер нисә тапҡыр республика конкурсында ла, федераль этапта ла “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында ла ҡатнашты һәм еңеү яуланы. Улар яңы эшләнмәләр ҙә, «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы наградалары менән билдәләнгән продукция төрҙәре лә тәҡдим итә. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының А.М. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең эксперт комиссияһы Ҡырмыҫҡалы районында дезинфекция саралары етештереү буйынса предприятиены ҡараны. Уникаль производство төбәктә киң спектрлы дезинфекция сараларын етештереүсе берҙән-бер предприятие бул