Әхмәр менән Сания йыл самаһы дуҫлашып йөрөп, ике яҡта ла өсәр көнгә һуҙылған туйҙар үткәреп, һәүетемсә йәшәп китте. Икеһе лә эшләне, ер алып йорт күтәрҙеләр. Күп һанлы туғандары ярҙамы менән өмәләй торғас, бер йыл тигәндә яңы, иркен йортҡа күсеп тә ҡуйҙылар. Сания бер-бер артлы бәпестәр тапты. Өсөнсөгә лә ҡыҙы тыуғас, бер аҙ эсе бошто Әхмәрҙең, әммә һыр бирмәне. Ҡатыны дүртенсегә ауырға ҡалғас, быныһы мотлаҡ малай булырға тейеш тигән шарт ҡуйҙы. Ә Сания тағы бер ҡыҙ бәпес тапты. Йәне көйөп, бала табыу йортонан барып алып та торманы Әхмәр. Ҡыҙҙар үҫте. Әммә Әхмәрҙең күңеленә уллы була алмауынан кәмһенеү тойғоһо тынғылыҡ бирмәне. Кәнсә алдында көйрәткәндә йәки ҡунаҡтарҙа ир-егеттәр шаяртып “бракодел”, “ювелир” тиһә, асыуынан шартлай яҙыр ине, ҡайтып бар ҡоһорон ҡатынына төшөрҙө. Ҡыҙҙарына екеренеүҙән дә тартынманы. Ауыр йөк машинаһы менән күрше ҡалаға командировкаға йөрөгәнендә Илүзә исемле һатыусы ҡатын менән танышты. Иренән айырылған, бер улы бар икән. Тиҙҙән Илүзәнең ауырлы булыуы асы