Республикала йәшәгән 81 ҡатын 2024 йылда старт алған “Беренсе тирмә” төбәк проектында ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар Луганск Халыҡ Республикаһы госпиталдәрендә эшләй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе ирекмәндәрҙең яралы яугирҙәрҙе ҡарау өсөн ЛХР госпиталдәренә күсмә төркөмдәр ойоштороу тураһындағы башланғысын хупланы. Ә 2024 йылдың ноябрендә Радий Хәбиров ирекле отрядта ҡатнашыусыларҙың беренсе төркөмө менән осрашты. Ирекмәндәрҙең бурыстарына палаталарҙа дежурлыҡ итеү, пациенттарҙы процедураларға һәм тышта йөрөүгә оҙатыу, уларға ашауҙа һәм дарыуҙар ҡабул итеүҙә ярҙам итеү инә. Улар шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә бәйләүҙәрҙә һәм яугирҙәрҙе операцияға әҙерләүҙә ярҙам итә. –“Беренсе тирмә” республиканың 28 муниципалитетынан табиптарҙы һәм уҡытыусыларҙы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, идарасыларҙы һәм журналистарҙы, эшҡыуарҙарҙы берләшт