Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың спорт клубтарының еңеүҙәрен һәм ҡаҙаныштарын билдәләне. Төбәк етәксеһе, атап әйткәндә, “Динамо-Урал” волейбол командаһының Рәсәйҙең иң яҡшы ете коллективы иҫәбенә инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ “Динамо” баскетбол клубы уңышлы сығыш яһай. 30 апрелдә Өфө баскетболсылары Тубылдың “Нефтехимик” командаһын еңеп, Юғары лига ир-егеттәр командалары араһында Рәсәй чемпионатында еңеүсе булды. – Егеттәр республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр чемпион булды. Был бик шәп, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Өфөнөң алты тапҡыр Рәсәй Чемпионатында еңеүсе булған “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубының уңыштарын да билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһының әҙерлек кимәлен юғары баһаланы, уның уйынсылары Мәскәүҙең “Спартак” командаһын еңде һәм клубты Гагарин Кубогының ярымфиналына сығарҙы. – Быйылғы иң мөһим ҡаҙанышыбыҙ – “Салауат Юлаев” ярымфиналға сыҡты. Был кәм тигәндә бронза миҙалдар. Беҙ ба