💫Ҡыҙ (24.08-23.09): Спортта яҡшы ҡаҙаныштарға ирешерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Маҡсатлы кешеләр өсөн уңышлы аҙна. Эшегеҙҙең һөҙөмтәләре ҡыуандырыр. Өйҙәге кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолорға ваҡыт. 💫Үлсәү (24.09-23.10): Хәләл ефетегеҙ менән араларығыҙ яҡшырыр, бының өсөн көс түгергә лә тура килер. Бергә сәйәхәткә сығыу ыңғай һөҙөмтәләргә килтерер. Әле һеҙ тормошта түгел икән, яҡын арала мөнәсәбәт башлау тураһында тәҡдим ишетерһегеҙ. Кәйефегеҙ байрамса булыр. 💫Саян (24.10-22.11): Аҙнаны өйҙә тәртип, таҙалыҡ урынлаштырыуҙан башлағыҙ. Бәлки, үҙ мөхитегеҙгә ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тура килер. Ҙур әйберҙәр һатып алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Насар ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн ҡулай ваҡыт. Ғаиләлә мөнәсәбәттәр мөхәббәткә ҡоролған, онотмағыҙ. 💫Уҡсы (23.11-21.12): Кемдер һеҙгә мөхәббәтен белдерер. Был аҙнала кейәүгә сыҡҡан, кәләш алған уҡсыларҙы бәхетле ғаилә тормошо көтә. Кешене аңлауығыҙ, ярҙамсыл булыуығыҙ яңы танышлыҡтар килтерер. Күп аралашырға тура килер
💫Ҡыҙ (24.08-23.09): Спортта яҡшы ҡаҙаныштарға ирешерһегеҙ
5 мая 20255 мая 2025
~1 мин