Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Хөрмәтле райондаштар

Хөрмәтле райондаштар! «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә 2026 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү башланды. Ул 12 июнгә тиклем дауам итә. 2019 йылдан алып федераль проект сиктәрендә Иҫке Собханғол ауылында байтаҡ объекттар төҙөкләндерелде: Ағиҙел яры буйында күҙәтеү майҙансыҡтары, Күҙәмбәт яланында сәхнә һәм трибуна, Баҙал биҫтәһендә йәйәүлеләр өсөн зона, “Ҡайын-түш” һәм “Баҙал” парктары, Совхоз урамында күп функциялы спорт майҙансығы. Әле “Фурҡан” мәсете янында ауыл халҡы өсөн ял итеү зонаһын булдырыу буйынса эштәр башланып тора. Быйыл тауыш биреүгә беҙҙең райондан 3 объект тәҡдим ителде: 1. Иҫке Собханғол ауылының Совет урамындағы йәмәғәт киңлеге; 2. Иҫке Собханғол ауылының Бөрйән микро районындағы парк; 3. Байназар ауылындағы йәмәғәт киңлеге. Тауыш биреү "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында clck.ru/3LZhN6 бара. 14 йәштән өлкәндәр тауыш бирә ала. Тауышты бер генә обьектҡа бирергә мөмкин. Халыҡ иң күп тауыш биргән объект 2026 й

Хөрмәтле райондаштар!

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә 2026 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү башланды. Ул 12 июнгә тиклем дауам итә.

2019 йылдан алып федераль проект сиктәрендә Иҫке Собханғол ауылында байтаҡ объекттар төҙөкләндерелде: Ағиҙел яры буйында күҙәтеү майҙансыҡтары, Күҙәмбәт яланында сәхнә һәм трибуна, Баҙал биҫтәһендә йәйәүлеләр өсөн зона, “Ҡайын-түш” һәм “Баҙал” парктары, Совхоз урамында күп функциялы спорт майҙансығы. Әле “Фурҡан” мәсете янында ауыл халҡы өсөн ял итеү зонаһын булдырыу буйынса эштәр башланып тора.

Быйыл тауыш биреүгә беҙҙең райондан 3 объект тәҡдим ителде:

1. Иҫке Собханғол ауылының Совет урамындағы йәмәғәт киңлеге;

2. Иҫке Собханғол ауылының Бөрйән микро районындағы парк;

3. Байназар ауылындағы йәмәғәт киңлеге.

Тауыш биреү "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында clck.ru/3LZhN6 бара. 14 йәштән өлкәндәр тауыш бирә ала. Тауышты бер генә обьектҡа бирергә мөмкин. Халыҡ иң күп тауыш биргән объект 2026 йылда төҙөкләндерәсәк.

Рәмил Абдуллин

-2
-3