Белорет районында ҡотҡарыусылар Свердловск өлкәһенән 69 йәшлек ирҙе эҙләй. Ул Кесе Инйәр йылғаһы буйлап ағып барған саҡта катамарандан ҡолап төшкән. 12 кешенән торған теркәлмәгән туристик төркөм өс катамаранда ағып төшә. “Айғыр тупһаларын” үткәндән һуң, экстрим һөйөүселәрҙең береһе катамарандан ҡолап төшә һәм уны ағым алып китә. Төркөм ағзалары мәғлүмәттәре буйынса, турист каска һәм ҡотҡарыу жилеты кейгән. Иптәштәре иргә үҙаллы ярҙам итергә маташа, ләкин йылғаның тиҙ ағыуы арҡаһында өлгөрмәй, шунан һуң ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, улар тиҙ арала эҙләү ойоштора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Шулай уҡ кисә Һаҡмар йылғаһында Санкт-Петербургтан “Яман таш” тупһаһын үткән турист каякта түңкәрелгән. Был осраҡта туристы оператив рәүештә ҡотҡарғандар. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.