Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған мемориалдарҙың, һәйкәлдәрҙең һәм обелисктарҙың 99 проценты ремонтланған. БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләүенсә, республика биләмәһендә 2381 ошондай объект иҫәпләнә, уларҙан бөгөнгө көнгә 1440 объектта ағымдағы һәм капиталь ремонт башҡарылған, был пландың 99 процентын тәшкил итә. Ҡалтасы районы Түбәнге Ҡашмаш һәм Иглин ауылдарында ике объект буйынса эштәрҙе 6 майҙа тамамлау күҙаллана. Тәүҙә бөтә муниципалитет башлыҡтарынан эштәрҙе 7 майға тиклем тамамлауҙарын һорағайнылар. Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарына һәйкәлдәрҙе ремонтлау буйынса башҡарылған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм уны даими алып барырға ҡушты. Ирина Голованова төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәргә ентекле туҡталды. Мәҫәлән, Өфөлә “Сергиев зыяратының туғандар ҡәберлегендә” туғандар ҡәберендәге хәрефтәрҙе фрезерлау һәм бронзалау, стела пьедеста