Бөгөн төндә, 5 майҙа, Ҡариҙел районының Урғош ауылында фажиғәле осраҡ теркәлгән: янғында 43 йәшлек ир һәм 39 йәшлек ҡатын һәләк булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, саҡырыу буйынса килгән янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр дөйөм майҙаны 180 квадрат метрлыҡ ике йортто, бер тораҡ булмаған ҡоролманы һәм өс йорт яны ҡаралтыһын һүндергән. Янған йортто тикшергәндә ҡотҡарыусылар бүлмәлә иҙәндә һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен тапҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтың күрһәтмәһе буйынса, янғындың аныҡ сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға янғын лабораторияһы эксперттары менән оператив төркөм йүнәлтелгән. Яҡынса, ут һаҡһыҙ тәмәке тартыу сәбәпле сыҡҡан. Ведомство шулай уҡ уҙған байрам көндәре өсөн оператив мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте: республикала һыу объекттарында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм ваҡиғалар теркәлмәгән. Янғын һүндереүселәр 96 янғынды һүндерә, юл-т