Найти в Дзене

Һәйбәт көн көтөп ултырмайҙар

Башҡортостан аграрийҙары уңайлы көндәр көтөп ултырмай һәм яҙғы баҫыу эштәрен мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлау өсөн бар көсөн һала. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, алдағы ике көндә бер ни тиклем эшләргә була, әммә ял көндәрендә республикала йәнә ямғырлы һауа торошо фаразлана. "Шуға күрә һәр көнөбөҙҙө файҙаланабыҙ. Ҡыҫҡа вегетация осоро беҙгә 10 июндән һуң сәсергә мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә беҙҙең эшләр өсөн бер ай ваҡыт ҡалды, һәр көндө файҙаланырға кәрәк”, — тине Илшат Фәзрахманов. Бөгөнгә Башҡортостандың бөтә райондары тиерлек иртә технологик операцияларҙы тамамлай. Планлаштырылған майҙандарҙың 99 процентында, йәғни 1104 мең гектарҙа дым ҡаплау үткәрелгән. Ужым культураларын туҡландырыу майҙандарҙың 94 проценттан ашыуында тамамланған (238 мең гектар). "Һауа шарттары буйынса республиканың Балтас, Балаҡатай, Борай, Иглин һәм Яңауыл райондары яҙғы сәсеүгә тотонмаған, 49 районд

Башҡортостан аграрийҙары уңайлы көндәр көтөп ултырмай һәм яҙғы баҫыу эштәрен мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлау өсөн бар көсөн һала. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, алдағы ике көндә бер ни тиклем эшләргә була, әммә ял көндәрендә республикала йәнә ямғырлы һауа торошо фаразлана. "Шуға күрә һәр көнөбөҙҙө файҙаланабыҙ. Ҡыҫҡа вегетация осоро беҙгә 10 июндән һуң сәсергә мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә беҙҙең эшләр өсөн бер ай ваҡыт ҡалды, һәр көндө файҙаланырға кәрәк”, — тине Илшат Фәзрахманов. Бөгөнгә Башҡортостандың бөтә райондары тиерлек иртә технологик операцияларҙы тамамлай. Планлаштырылған майҙандарҙың 99 процентында, йәғни 1104 мең гектарҙа дым ҡаплау үткәрелгән. Ужым культураларын туҡландырыу майҙандарҙың 94 проценттан ашыуында тамамланған (238 мең гектар). "Һауа шарттары буйынса республиканың Балтас, Балаҡатай, Борай, Иглин һәм Яңауыл райондары яҙғы сәсеүгә тотонмаған, 49 районда ул башланған да инде. Әлегә шарттар тиҙ темптар менән сәсергә мөмкинлек бирмәй. Технологик мөмкинлек 100 мең гектарға тиклем етһә лә тәүлегенә уртаса 17-18 мең гектар сәсәбеҙ. 5 майға яҡынса 298 мең гектар, йәғни пландың 14 проценты сәселгән”, — тине Илшат Фәзрахманов. Яҙғы культураларҙы сәсеү майҙаны буйынса әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары алдынғылыҡты биләй, улар 39 мең гектарҙан ашыу, йәғни планға ярашлы майҙандарҙың 40 процентын сәскән. Шулай уҡ Әлшәй (20 мең гектар — 31 процент), Ҡырмыҫҡалы (17 мең гектар — 35 процент) һәм Ауырғазы (17 мең гектар — 27 процент) райондары алдынғы урындарҙа бара. Фото: Башинформ.