130 бәпембә сәскәһен йыйып алырға ла өҫтөнә "Тройной" одеколон ҡойорға. Һәм оҙағыраҡҡа ултыртып ҡуйырға (мин 40 көн тирәһе тоттом) Шуның менән тубыҡтарҙы ыуырға. Көн дә йоҡлар алдынан шулай эшләнем. Элек төнөн уянып торғанда ауыртына инем. Ә хәҙер ауыртыу бөтөп ҡалды. Ҡалған кипкән сәскәләргә спирт ҡойоп ултыртып ҡуйҙым. Шулай уҡ аяҡтарыма һөртәм. Бер тубығымдағы шеш бөттө, икенсеһенеке кәмене. Шул хәтлем иркен йөрөй алам тип әйтмәҫ инем, тик ауыртмай ҡалды. Ә бер туғанымдың тубығы аҫтында шеш барлыҡҡа килгәйне. Дауаханала ла ятты, ярҙамы теймәне. Ул тырнаҡ гөлөн спиртта тотоп, шуға сепрәк манып, шешкә япты. Шеш юҡҡа сыҡты. Нина Таран, Татарстан.Р.S. Мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Дауаны ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ. Афтор фотоһы.