Ташкентта Үзбәкстан Республикаһының ауыл хужалығы министры Иброхим Абдурахмонов менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың осрашыуы үтте. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү варианттары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора. Илшат Фәйзрахманов Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы потенциалы менән таныштырҙы. Сарала ике яҡтан да тармаҡ предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа ҡошсолоҡ, һөт продукцияһын эшкәртеү, малсылыҡта һәм умартасылыҡта тоҡомсолоҡ эшен үҫтереү мөмкинлектәрен ҡаранылар. Бөгөн Үзбәкстан - Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге күптәнге уҙаҡташы. Республикалар араһында ныҡлы сауҙа мөнәсәбәттәре булдырылған. Тышҡы сауҙа әйләнеше