"Мәймүнә, ҡырҡты үткән ҡарт ҡыҙ, ауылда кемдә ҡунаҡ, туй, ҡайҙа өмә, йә концертмы, йыйылышмы - шунда була ине... Уны атап саҡырыусы ла, уның барлығын йә юҡлығын абайлаусы ла, иғтибар итеүсе лә юҡ. Ниндәй йөкмәткеле сара булмаһын, ваҡытынан алда барып, ишек төбөндәге урында ултыра ул. Бер ҡасан да хәбәргә, мәрәкәләшеүҙәргә ҡушылмай, башҡалар һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай, ҡайһы берҙә генә ҡабат-ҡабат йөрөгән лаҡаптарҙы төҙәтеп ебәрә, кеше ыңғайына көлгән була. Ҙур ғына кәүҙәле булһа ла, уның ҡасан сығып киткәнен дә һиҙмәйҙәр, кеше ялҡытҡансы, мәжлес аҙағына тиклем ултырмай бер ваҡытта ла. Ул шулай ауылдың һәр өйөнә иркен инеп-сығып йөрөй һәм шуны яҡшы белә: берәү ҙә үҙен ҡыуып сығармаясаҡ. Мәймүнәне әсәһе йөрөп таба. Йөрөп тигәс тә, ауылға ҡырҙан эшкә килгән бер егеткә башкөллө ғашиҡ була, ә уныһы йәш ҡыҙҙың саф хистәрен үҙенең яман мәкерендә файҙаланып, алдай. Һөҙөмтәлә ҡыҙ ауырға ҡала, ә егет тыуған яҡтарына, көтөп торған ҡатыны һәм улы янына ашығып ҡайтып китә лә бүтәнсә бында аяҡ