Ҡамыр өсөн ике стакан он, ярты стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, бер стакан ҡаймаҡ, бер балғалаҡ йомшартҡыс алабыҙ. Эслеккә иһә 250 грамм ҡуҙғалаҡ, ярты стакан шәкәр, 2-3 бөтнөк япрағы, ике сәй ҡалағы крахмал кәрәк. Тәүҙә шәкәрҙе май менән бергә ыуабыҙ. Ҡаймаҡ, йомшартҡыс ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Эслеккә тотонабыҙ. Ҡуҙғалаҡты ваҡлап турайбыҙ. Бөтнөк, шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатабыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслек һалабыҙ. Бәләкәсерәге менән ҡаплайбыҙ ҙа эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бергә бутап һөртәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: edimdoma.ru