Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ейәндәрем уға “өләсәй” ти

Ҡатмарлы хәлдә ҡалдым. Бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ миңә? Ирем менән 15 йыл самаһы элек айырылыштыҡ. Сәбәбе – ул икенсе ҡатын тапты. Имеш, ул йәшерәк, матурыраҡ, минән бөтә яҡлап та һәйбәтерәк. Ярар, күндем. Икенсегә кейәүгә сыҡманым. Ике улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар. Улар хәҙер ҙурҙар инде, үҙ ғаиләләре бар. Ирем ташлап киткәс тә, балаларға аталары менән аралашыуҙы тыйманым. Иремә үпкәм булһа ла, балаларҙың уға тартылыуын тешемде ҡыҫып тигәндәй түҙҙем. Миңә хыянат итһә лә, уларға атай булып ҡалды бит. Ә иң йәнде көйҙөргәне – балалар иремдең яңы ҡатынын үҙ итте. Уның менән татыу булды, байрамдар һайын уларға барҙы, уға бүләктәр алды. Быныһын да йотттом... Әле ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар, иң татлы ваҡыттары, өстән ун йәшкә тиклемгеләр. Бер көндө бәләкәйе килеп аяғымдан йығырлыҡ хәбәр әйтте: улар теге ҡатынды ла “өләсәй” тип йөрөтә икән. Һорашһам, өлкәндәре лә шулай булып сыҡты. Ике киленем дә ул ҡатын менән дуҫлаша, бергә театрҙарға йөрөй, байрамдарҙы бергә үткәрә... Ярар, ҡыҙым минең яҡлы, тик

Ҡатмарлы хәлдә ҡалдым. Бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ миңә? Ирем менән 15 йыл самаһы элек айырылыштыҡ. Сәбәбе – ул икенсе ҡатын тапты. Имеш, ул йәшерәк, матурыраҡ, минән бөтә яҡлап та һәйбәтерәк. Ярар, күндем. Икенсегә кейәүгә сыҡманым. Ике улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар. Улар хәҙер ҙурҙар инде, үҙ ғаиләләре бар. Ирем ташлап киткәс тә, балаларға аталары менән аралашыуҙы тыйманым. Иремә үпкәм булһа ла, балаларҙың уға тартылыуын тешемде ҡыҫып тигәндәй түҙҙем. Миңә хыянат итһә лә, уларға атай булып ҡалды бит. Ә иң йәнде көйҙөргәне – балалар иремдең яңы ҡатынын үҙ итте. Уның менән татыу булды, байрамдар һайын уларға барҙы, уға бүләктәр алды. Быныһын да йотттом... Әле ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар, иң татлы ваҡыттары, өстән ун йәшкә тиклемгеләр. Бер көндө бәләкәйе килеп аяғымдан йығырлыҡ хәбәр әйтте: улар теге ҡатынды ла “өләсәй” тип йөрөтә икән. Һорашһам, өлкәндәре лә шулай булып сыҡты. Ике киленем дә ул ҡатын менән дуҫлаша, бергә театрҙарға йөрөй, байрамдарҙы бергә үткәрә... Ярар, ҡыҙым минең яҡлы, тик уның да теге ғаиләгә теләп барғанын беләм... Балалар менән ныҡ итеп әрләштек. “Ул бит һәйбәт, бер зыяны юҡ. Балаларҙың уны яҡын иткәненә беҙ ғәйепле түгел”, – тиҙәр. Ә миңә ҡыйын. Иремде генә урлағаны етмәгән, балаларымды, ә хәҙер ейәндәремде лә урланы ул бисә... Нисек артабан йәшәргә икән? Балалар менән һөйләшмәгәс ауыр, ә улар бар тип тә белмәй, “тегеләрҙә” йөрөүен дауам итә... Фото: Нәсих Хәлисов.