Башҡортостанда корпус мебеле етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе – “Велес” Туймазы фабрикаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ҡушылды. Предприятиеның төп маҡсаты – һаҡсыл технологиялар индереү, етештереү процесын ҡулайлаштырыу иҫәбенә хеҙмәт һөҙөмтәлелеген күтәреү. Фабрика 2001 йылдан алып эшләй. Ун мең квадрат метрлыҡ майҙанды биләй, йорттоң ҡунаҡ, йоҡо, балалар, үҫмерҙәр өсөн һәм башҡа бүлмәләренә ярашлы йыһаздар сығара. Барлыҡ продукция сертификатланған, Рәсәйҙең 15 төбәгенә, Ҡаҙағстанға ташыла. “Һаҡсыл технологиялар индереүҙе производстволағы тар урындан – фасадтарҙы вакуумлау участкаһынан башлайбыҙ. Уны ҡулайлаштырғас, ыңғай тәжрибәне башҡа технология процестарында ла файҙаланыу планлаштырыла. Маҡсатыбыҙ – продукция сығарыу күләмен 30 процентҡа арттырыу”, – ти предприятиеның генераль директоры Руслан Сәләхов. Бындай сараларҙы тормошҡа ашырыу продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, участкаларҙа етештереүҙе ар