Кейемдәге таптарҙан шулай ҡотолорға мөмкин. 100 грамм һыуға ике-өс аспирин төймәһе һалып иретеп, кейемдәге таплы ерен 1-2 сәғәт шул һыуҙа тоторға һәм сайып элергә. Аҡ кейемдәр төҫһөҙләнеп китһә, йыуыу машинкаһына өс бөртөк аспирин һалығыҙ. Аспирин төймәһен бит тиреһен йәшәртеү өсөн дә ҡулланалар. Битте пигмент таптарҙан таҙарта, ҡан әйләнешен яҡшыртҡанлыҡтан ваҡ һырҙарҙы кәметә. Битлек өсөн уны бал менән бергә файҙаланалар. Дүрт төймә дарыуҙы бер ҡалаҡ йылыраҡ һыуҙа иҙеп, бер балғалаҡ шыйыҡ бал ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Уны биткә һылап, 15 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Йәй көндәре улай эшләргә ярамай, яндырыуы ихтимал. Аспирин баштағы ҡауаҡтан арындыра ала. Уны ваҡлап шампунгә ҡушырға мөмкин. Вазалағы гөлләмәнең оҙағыраҡ тороуын теләһәгеҙ, бер литрлы һыуға ике-өс төймә аспирин иретеп һалһағыҙ сәскәләрҙең ғүмере бер аҙға оҙая. Көн дә һыуҙы яңыртып, аспирин ҡушып торорға.