Башҡортостан спортсылары спорт аэробикаһы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙан алтын алып ҡайтты. Быйылғы 30 апрелдән 2 майға саҡлы Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Гургенидзе кубогына турнир уҙғарылды. Ул тиҫтәләгән донъя һәм Европа чемпиондары әҙерләгән легендар кәңәшсе-тәрбиәсенең иҫтәлегенә бағышланды. Миҙалдар өсөн көрәштә ете илдән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Беҙҙең республиканан был ярышта Октябрьский ҡалаһынан Александр Дергунов исемендәге Спорт акробатикаһы федерацияһы тәрбиәселәре булды һәм һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте. Беҙҙең чемпиондар: ҡатнаш парҙар араһындағы алтын миҙалды Дина Низаева менән Тихон Брезгин яуланы; ҡатнаш парҙар араһындағы бронза миҙалды Варвара Филиппова менән Арсений Ефремов алды; ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урын Маргарита Садовникова, Анастасия Иванова һәм Камилла Кириповаға бирелде. Чемпиондарыбыҙҙы, уларҙың ғаиләләрен һәм тренерҙарын ошо триумф менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ һәм оҫталыҡ – Башҡортостанд